ЮРЬЕВ Валерий Петрович (30.11. 1939, Сәмәрҡәнд ҡ.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1976), проф. (1978). Ленинград химия‑фарм. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Чимкент химия‑фарм. з‑дында, 1968 й. башлап Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА‑ның Химия фәндәре ин‑тында (Чимкент ҡ.) эшләй. 1969 й. алып Химия ин‑тында (Өфө): 1970 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1973 й. — лаб. мөдире. 1981 й. алып Мономерҙар ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин­тында (Тула ҡ.) дир. урынбаҫары, 1982—91 йй. директор. Фәнни хеҙмәттәре алкендарҙы термик гидроалюминлау, тигеҙ бүленгән бәйләнешле диендарҙы олигомерлаштырыу, гидросилилирлау һәм гидрогермилирлауҙы тикшереүгә арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап та­быу авторы.

Х е ҙ м.: Алюминийорганический синтез. М., 1979 (авторҙ.).

У.М.Джемилев

Тәрж.­ Э.М.Юлбарисов