ЮРТОВ Авксентий Филиппович [8.2.1854, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Аҡташ улусы Кәләй а. (ТР‑ҙың Әлмәт р‑ны) — 20.4.1916, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Андреевка а., хәҙ. БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Илтирәк а.], мәғрифәтсе, педагог, этнограф. Н.И.Ильминскийҙың­ уҡыусыһы. Ҡазан башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар семинарияһын тамамлағандан һуң (1876) шунда уҡ эшләй, 1877 й. алып семинария эргәһендәге мордва башланғыс мәктәбендә уҡыта. 1883 й. башлап Һамар губернаһында: Иҫке Бесовка а. мордва уч‑щеһында, 1889 й. алып Иҫке Бинарадка а. башланғыс мәктәптә эшләй. 1891 й. башлап Андреевка а. Михаил Архангел сиркәүендә священник, уның эргәһендә 1895 й. 3 класлы сиркәү‑мәхәллә мәктәбен аса. Тәүге “Мордва‑эрзялар өсөн доғалар һәм урыҫ алфавиты менән әлифба” (“Букварь для мордвы‑эрзи с присоединением молитв и русской азбуки”; 1884) авторы. Кириллицаға нигеҙләнгән эрзя‑мордва алфавитын төҙөй. Мордва, татар, сыуаш легендаларын, әкиәттәрен, йырҙарын, мәҡәлдәрен йыйған һәм баҫтырған. Дини әҙәбиәтте мордва теленә тәржемә иткән, Өфө губ. суҡындырылған морд­валарының йолаларын һәм ышаныуҙарын тасуирлаған. Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Енғалыш а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) земство­мәктәбен асыуға булышлыҡ иткән. Илтирәк урта мәктәбе эргәһендә Ю. музейы асылған, уның ҡәберенә һәйкәл ҡуйылған. Ульяновск өлк. Иҫке Бесовка а. төп дөйөм урта белем биреү мәктәбенә Ю. исеме бирелгән, уның бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; Саранск ҡ. урам Ю. исемен йөрөтә. 2007 й. Мордовия Республикаһында Ю. исемендәге премия булдырылған.

Х е ҙ м.: Погребальные обряды и поверья крещёной мордвы Уфимской губернии //Известия Казанской епархии. 1877. №8; Образцы мордовской народной словесности. Казань, 1882—1883. Вып. 1—2.

Әҙәб.:­ К о н д р а т ь е в А.А. Юртов — первый просветитель мордовского народа. Уфа, 2004.

В.М.Тихонова

Тәрж.­ М.Х.Хужин