ЮРМЫЙ, башҡорт ҡәбиләһе. Там­ғаһы­. Этник яҡтан Волга болғар­ҙарына­ барып ­тоташа. “Юрмый” этнонимы болғарҙарҙа, венгрҙарҙа (ҡара: Боронғо венгрҙар),­ сыуаштарҙа­ билдәле. Ю. формалашыуына йәнәй, ­ҡатай, ­юрматы­ ҡәбиләләре мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай. 12—13 бб. ҡәбилә Ялан Зәй һәм Шишмә йй. (Кама й. ҡушылдыҡтары) буйында, 13— 14 бб. — Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) урта ағымы басс. байлар,­ бүләр, ­ирәкте, йылан, ҡатай, ҡырғыҙ ҡәбиләләре м‑н күрше йәшәй. 14 б. аҙ. — 15 б. башында Ю. бер өлөшө ҡатай ҡәбиләләре составында төньяҡҡа (Төй й. буйында һәм Тере Танып й. үрге ағымында урынлаша), икенсе өлөшө юрматы ҡәбиләһе составында көньяҡ‑көнбайышҡа күсенә (Ағиҙел, Ашҡаҙар, Стәрле йй. басс. ерҙәрҙе һәм Нөгөш й. уң ярын биләй). Башҡортостандың­ Рус­ дәү­ләтенә­ ҡушылыуынан­ һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Ҡазан­ даруғаһының Юрмый улусын тәшкил итә. 18 б. аҙ. — 19 б. Ю. йәшәгән терр‑я Бөгөлмә­ өйәҙенә,­ идара­ итеүҙең ­кантон­ системаһы осоронда 12‑се башҡорт кантонына (19 б. 40‑сы йй. башы) ҡараған. Ҡәбилә йәшәгән терр‑я хәҙ. БР‑ҙың Баҡалы, Туймазы һәм Шаран р‑ндарына, ТР‑ҙың Аҙнаҡай, Лениногорск һәм Әлмәт р‑ндарына инә.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж.­ М.Х.Хужин