ШАШКА БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ. Ишембай ҡ. урынлашҡан. 1990 й. Профсоюздар спорт йәмғиәтенең Шашка б‑са ДЮСШ булараҡ ойошторола, 2000 й. алып Шашка б‑са респ. балалар һәм үҫмерҙәр олим­пия резервы махсус спорт мәктәбе. Мәктәптә 280‑дән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 12 тренер‑уҡытыусы эшләй (2008). Тәрбиәләнеүселәре араһында Г.Р.Георгиева, Е.А.Мильшина, Т.М.Танһыҡҡужина, ш. уҡ 4 халыҡ‑ара мастер, 8 Халыҡ‑ара шашка федерацияһы мастеры, 15 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры бар. Мәктәп м‑н В.И.Мильшин, Ю.В.Черток һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Й.Х.Саҡаев

Тәрж. Г.А.Миһранова