ШАШИН Валентин Дмитриевич (16.6. 1916, Баҡы — 22.3.1977, Мәскәү), дәүләт эшмәкәре. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1943). 1931 й. алып “Сызраньнефть” тресында токарь; 1932 й. башлап “Ишимбайнефть” тресында: бы­раулау мастеры, отряд нач.; 1942 й. — “Туймазанефть” тресында: быраулау төркөмө нач., быраулау контораһының төҙөлөш‑монтаж бүлеге начальнигы. 1944 й. алып геол. эҙләнеүҙәр контораһында (Стәрлетамаҡ ҡ.) баш инженер, 1946 й. — дир., 1947 й. башлап “Башзападнефтеразведка” тресында (Октябрьский ҡ.) идарасы, 1953 й. — “Татнефть” берекмәһендә (Бөгөлмә ҡ.) нач. урынбаҫары, начальник. 1960 й. алып РСФСР ХХС‑ының Нефть һәм газ сәнәғәте баш идаралығы нач., 1965 й. — СССР Нефть сәнәғәте министры. Ш. ҡатнашлығында көнбайыш Башҡортостанда нефть ятҡылыҡтары асыл­ған, быраулау б‑са яңы техника һәм технологиялар эшләнгән һәм производствоға индерелгән. Ш. етәкс. тармаҡты ойошто­роу системаһы, нефть һәм газ сығарыу пр‑тиеларының структураһы камиллаштырылған. СССР ЮС‑ының 7—8‑се, ТАССР ЮС‑ының 5—9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин пр. лауреаты (1976). Ленин (1959, 1966, 1971, 1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948) орд. м‑н бүләкләнгән. Ш. исеме “Татнефть” ААЙ‑на, быраулау һәм кранлы судноларға бирелгән; уның исеме м‑н Бөгөлмә, Лениногорск (ш. уҡ уға һәйкәл ҡуйылған), Ишембай ҡҡ. урамдар аталған.

К.С.Баймөхәмәтов, Т.П.Лелюх

Тәрж. А.Н.Күсеев