ШАҺИӘХМӘТОВА Светлана Георгиевна (8.8.1939, Өфө), композитор, педагог. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2011), БАССР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1977). Композиторҙар союзы ағзаһы (1964). Ҡазан консерваторияһын тамамлағандан һуң (1964; А.С.Леман класы) 1967 й. тиклем һәм 1972—2013 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта, 1967—72 йй. БАССР Композиторҙар союзының яуаплы секретары. Ш. ижадында балалар музыкаһы төп урын биләй. Ҡыллы квартет өсөн Балалар сюитаһына (1972), симфоник оркестр өсөн “Дүрт төрлө кәйеф” (“Четыре настроения”; 2006) һәм фп. өсөн “Интервалдар” (“Интерва­лы”; 1977) пьесалар циклына, хор өсөн “Шаян йырҙар” (“Потешки”; 1986) циклына, балалар өсөн ансамблдәр һәм йырҙарына муз. теленең сағыу образлылығы һәм үҙенсәлеге, тасуирлау сараларының оригиналлеге, ентекле лаконизм, йөкмәткенең күп мәғәнәлелеге һәм тәрәнлеге хас. Япон шағирҙары шиғырҙарына “Һүрәтләмәләр” (“Зарисовки”; 1973) вокаль циклында бай тойғолар гаммаһы, япон шиғриәте стилистикаһының үҙенсәлеге сағыла. Шулай уҡ Ш. башҡорт фольклоры м‑н ҡыҙыҡһына. Ҙур симфоник оркестр өсөн “Башҡорт сюитаһы” (“Башкирская сюита”; 1964) әҫәрендә, төрлө составтағы башҡарыу­сылар өсөн башҡорт халыҡ көйҙәренең эшкәртмәләрендә, оркестр, камера‑инструменталь һәм вокаль‑хор әҫәрҙәрендә муз.‑шиғри мөхит һәм халыҡ сәнғәте образдары авторҙың оригиналь кәүҙәләнешен таба. Уҡыусылары араһында А.М.Ҡобағошов, С.Ә.Низаметдинов, сәнғәт ғилеме канд., комп. А.Д.Хәсәншин бар. Музыка уч‑щелары өсөн башҡорт музыкаһы тарихы б‑са тәүге уҡыу программаһы авторы (1968). 2016 й. Өфө сәнғәт мәктәбендә Ш. ижадына арналған Асыҡ ҡала муз.‑теоретик олимпиада үткәрелә.

Әҙәб.: А т а н о в а Л.П. “Белые пятна” заполняются //Советская музыка. 1968. №10; М а м л е е в а Д.М. Истоки творчества башкирского композитора Светланы Шагиахметовой //Фольклор народов России. Уфа, 2001.

Л.Ҡ.Ҡоҙаярова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова