ЮРМАШ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 54 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 398 кеше; 1959 — 424; 1989 — 224; 2002 — 214; 2010 — 175 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡарағай урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Иҫке Тайыш а. (хәҙ. Тайыш а.) кешеләре Тайыш исеме м‑н нигеҙ һала. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов