ЮРМАШ, йылға, Өфө й. һул ҡушылдығы. Иглин р‑ны Мамаевка а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта Крупинский төбәгенән башлана. Иглин һәм Өфө р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, Өфө р‑ны Фёдоровка а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртә (Урыҫ‑Юрмаш һәм Бурцев аа. араһындағы участкала төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға). Өфө й. (тамағынан 30 км алыҫлыҡта) ҡоя, Иҫке Старица күлен барлыҡҡа килтерә. Оҙонлоғо 64 км, басс. майҙаны 338 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Уртаса йыллыҡ һыу ­сы­ғымы 2,3 м3/с. Ландшафы һоро ­урман­ тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан, имән һәм тәпәш ағастар үҫкән урман урынындағы болонло далаларҙан, йыуылған һәм көл һыуланған ҡара­ тупраҡтағы һөрөнтө ерҙәрҙән тора. Басс. 85%‑ын урман ҡаплаған, 1%‑ы һаҙланған. Иң ҙур ҡушылдығы — Кесе Юрмаш (уң).

В.А.Загорский

Тәрж.­ А.Н.Күсеев