ШАҺИСОЛТАНОВА Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы [10.2.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 29.12.2011, С.‑Петербург], химик. Химия ф. д‑ры (1972), проф. (1974). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). Ленсовет ис. Ленинград технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) СССР ФА‑ның В.Г.Хлопин ис. Радий ин‑тында эшләй (Ленинград). 1961 й. алып Белоруссия ун‑тында ғилми‑тикшеренеү лаб. мөдире (Минск), 1971 й. — Ленсовет ис. Ленинград технология ин‑тында. 1977 й. башлап Рәсәй пед. ун‑тында (1993 й. тиклем органик булмаған химия каф. мөдире; С.‑Петербург). Фәнни хеҙмәттәре координациялы берләшмәләрҙең фотохимияһына, ҡаты йөрөткөстәрҙәге күсмә металдарҙың супрамолекуляр бу­лып ойошҡан комплекстары, саф ағалтын төркөмө металдарының комплекслы берләшмәләре нигеҙендәге люминесценция­ланыусы молекуляр ансамблдәр һәм полимерҙарҙың фотоэлектрохимияһына; күсмә металдар берләшмәләре нигеҙендә наноүл­сәмле материалдар булдырыуға арналған. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 28 уйлап табыу авторы.

В.П.Казаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов