ШАҺИМӘРҘӘНОВ Фазыл Вәлиәхмәт улы [1906, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Үрге Ҡыйғы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 3.8.1968, Өфө], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. ВКП(б) ҮК эргәһендәге Партия ойоштороусылары юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1937). 1928 й. алып ВКП(б)‑ның Мәсәғүт кантон ком‑ты инструкторы, ойоштороу бүлеге мөдире, 1930 й. башлап ВКП(б)‑ның Борай район ком‑ты секретары. 1932 й. алып Өфөлә: “Моторстрой” тресының секретарь урынбаҫары, партия ком‑ты секретары, 1937 й. — БАССР ХКС‑ы рәйесе. 1940 й. РСФСР урындағы сәнәғәт халыҡ комиссары урынбаҫары (Мәскәү). 1941 й. башлап Куйбышев өлкә башҡарма ком‑ты рәйесенең 1‑се урынбаҫары, 1944 й. алып ТАССР‑ҙың урындағы сәнәғәт министры (Ҡазан). 1946 й. башлап Куйбышев өлкә еңел сәнәғәт идаралығы нач., 1951 й. — Златоуст тегеү ф‑каһы директоры. 1953—57 йй. “Башнефтезаводстрой” тресының уҡыу пункты дир. (Өфө). СССР ЮС‑ының 1‑се саҡырылыш, БАССР ЮС‑ының 1‑се саҡырылыш депутаты. Ш. исеме м‑н Үрге Ҡыйғы а. урам аталған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин