ШАҺАБЕТДИНОВ Филарет Һаҙый улы [12.2.1947, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Әхмәр а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны)], рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2014). Рәссамдар союзы ағзаһы (1977). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1966; педагогы К.П.Чару­гин). 1969 й. алып Өфөлә, 1971 й. — Белово ҡ. йәшәй һәм эшләй. 1974 й. башлап Башҡорт ижади‑производство комб‑ты рәссамы, 1998 й. – Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Филарет Шага псевдонимы аҫтында ижад итә. Башҡорт графикаһының сағыу вәкилдәренең береһе; линогравюра (“Ҡала ритмдары”, “Иҫке Өфө”, икеһе лә – 1976; “Ҡышҡы мотив”, 1985), офорт (“Ҡар яуғандан һуң”, 1978; “Минең ҡалам” серияһы, 1995), һүрәт (“Ҡазан урамында”, 1985; “Коста Хетагуровтың тыуған илендә”, 1987) техникаларында эшләй. 1990 йй. башынан ш. уҡ рәсем сәнғәтенә мөрәжәғәт итә (“Күҙәтеү”, 1993; “Ҡыш менән хушлашыу”, 1998; “Бесән ваҡытын көткәндә”, 1999) һәм үҙ картиналарында реаль тормош образдарын символдарға әйләндерә (“Төштәр баҡсаһы” диптихы, “Тормош ағасы” серияһы, икеһе лә – 2000; “Ау” циклы, 2004).

Р.Ә.Хәсәновтың “Көҙгө алдында” (“У зеркала”; 2005) исемле шиғырҙар йыйынтығына иллюстрациялар эшләй. 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1997–99, 2000–05, 2007, 2011, 2013, 2017), Магнитогорск (2010), Не­фтекама (2017) ҡҡ. Эштәре БДХМ, Түб. Варта картиналар галереяһы, “Урал” галереяһы, Өфө художество галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Галлямова Л.Г. Филарет Шагабутдинов //Краски родного края: очерки о художниках Башкортостана. Уфа, 2002.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова