ЮРМАТЫНИ, рифейҙың урта хроностратиграфик бүлексәһе. Йәше 1350±50—1030±30 млн йыл. Йыуылыу һәм ауышыу мөйөштәренең ярашмауы м‑н бөрйәниҙә ята, ҡаратауи м‑н ҡаплана. Б.М.Келлер тарафынан юрматы серияһы булараҡ айырып күрһәтелә (1952), исеме СССР кембрий алдын бүлгеләүҙең дөйөм мәсьәләләре б‑са Бөтә Союз кәңәшмәһендә Ю. алмаштырыла. О.П. Горяинова, Э.А.Фалькова (1937, 1940), А.И.Олли (1948), А.И.Иванов (1949) тарафынан өҫкө тимер мәғдәне серияһы булараҡ тасуирлана, ш. уҡ В.И.Козлов (1991) һ.б. тарафынан өйрәнелә. Микрофоссилиялар, строматолиттар, микрофитолиттар хас. Ю. ҡатламдары Башҡорт­ мегантиклинорийы яғында таралған, унда балсыҡлы һәм углерод‑балсыҡлы һә­үер таштар ҡатыш карбонат‑терриген ултырма тоҡомдарҙан торған юрматы серияһына (ҡалынлығы 5550—6700 м) айырыла; структураның көнсығыш өлөшөндәге серия киҫелеше нигеҙендә вулкан һәм вулкан‑ултырма ҡатламдары бар. Ю. машаҡ­ свитаһына, егәлгә, егәҙе‑комаров­ свиталарына, әүжән­ свитаһына бүленә. Машаҡ свитаһы вулкан, вулкан‑ултырма һәм ултырма тоҡомдарының сиратлашыуынан (ҡалынлығы 2800— 3100 м), егәлгә свитаһы кварцлы алевролиттар һәм йыш ҡына углеродлы, балсыҡлы һәүерташтар ҡатыш кварцлы ҡомташтарҙан ғибәрәт, аҫҡы өлөшөндә урыны м‑н конгломерат линзалары осрай, Башҡорт мегантиклинорийының төньяғында һәм Мәйәрҙәк антиклинорийында слюдалы кварциттар, кварцит‑ҡомташтар, мусковит‑, хлоритоид‑, графит‑кварцлы һәүерташтар (ҡалынлығы 250—400 м) өҫтөнлөк итә. Тараташ һәм Ямантау антиклинорийҙары яғында күҙәтелә (оҙонлоғо яҡынса 300 км, киңлеге көнбайышта 0,5—2,0 км, көнсығышта 0,3—0,8 км; ҡалынлығы 250—400 м). Тоҡомдар сығышы һырттарға (Баҙал, Егәлгә, Ҡараташ, Нәре һ.б.) һәм тауҙарға (Оло­ Ирәмәл, Ямантау­ һ.б.) тура килә, унда курумдар үҫешкәндә куэста һымаҡ теҙмәләр барлыҡҡа килтергән айырым ҡаялар күҙәтелә. Егәҙе‑комаров свитаһы углеродлы һәүерташтарҙан, һирәгерәк кварц һәм ялан шпаты‑кварц составлы ҡомташ­тарҙан тора, доломит һәм эзбизташ ҡатламдары, Башҡорт мегантиклинорийының төньяғында һәм Мәйәрҙәк антиклинорийында йыш ҡына хлоритоидлы, мусковит‑графит‑кварцлы һәүерташтар, ҡомташтар (ҡалынлығы 950—1200 м) бар. Әүжән свитаһы балсыҡлы һәм углерод‑балсыҡлы һәүерташтар ҡатыш карбонатлы һәм терриген тоҡомдарҙың сиратлашыуынан (ҡалынлығы 1500—2000 м) ғибәрәт.

Башҡортостандың көнбайышында йәш б‑са Ю. аналогтарына скважиналар м‑н Серафимовка, Леонидовка, Асылыкүл, Ҡабаҡ һ.б. разведка майҙандарында асылған аргиллиттар, доломиттар һәм доломитлы мергелдәр ҡатыш терриген тоҡомдарҙан торған серафимовка серияһы [ҡалынлығы 350—2080 м, ятыш тәрәнлеге 1890—4680 м алып (серияның түбәһе) 2200 —5430 м тиклем (итәге)] ҡарай. Үҙ эсенә туҡай, ольховка һәм уҫы свиталарын ала. Серияның базаль горизонттарына ш. уҡ аҫҡы рифей составына ингән надеждин свитаһы ҡарай (Козлов; 2004, 2008). Туҡай свитаһы күбеһенсә кварцлы ҡомташтарҙан, һирәгерәк алевролиттарҙан, аргиллиттарҙан һәм гравелиттарҙан (ҡалынлығы 100—780 м) ғибәрәт. Ольховка свитаһы аргиллиттарҙан, ялан шпаты‑кварцлы һәм аркозлы алевролиттарҙан, һирәк осраҡта ш. уҡ составлы ҡомташтар, доломиттар һәм доломитлы мергелдәр ҡатыш алевролиттарҙан (ҡалынлығы 41—842 м), уҫы свитаһы субаркозлы, аркозлы һәм ялан шпаты‑кварцлы алевролиттар һәм аргиллиттар ҡатыш ш. уҡ составлы ҡомташтарҙан (ҡалынлығы 152—414 м) тора. Серафимовка, Ҡалтасы, Уръябаш, Ҡабаҡ, Игровка һәм Танып разведка майҙандарындағы туҡай һәм ольховка свиталарында углеводород сығанаҡтары табылған. Ю. ултырмалары м‑н Егәҙе‑Комаров, Әүжән тимер мәғдәне райондарының тимер­ мәғдәне, Үрге Арша, Николаевка (Белорет р‑ны), Күжә (Бөрйән р‑ны) полиметалл, Тау приискыһы, Калашников юлағы алтын, Күҙйылға баҡыр, Үрге Мәҫәле тау­гәлсәре (бөтәһе лә — Белорет р‑ны) һ.б. ятҡылыҡтар һәм сығанаҡтар бәйле.

Әҙәб.: Стратотип рифея. Стратиграфия. Геохронология. М., 1983; Стратиграфическая схема рифейских и вендских отложений Волго‑Уральской области: объясн. зап. Уфа, 2000; Геологическая карта Российской Федерации. Масштаб 1:1000000 (новая серия). Л. N‑40 (41). Уфа: объясн. зап. СПб., 2002.

В.И.Козлов

Тәрж.­ Э.М.Юлбарисов