“ЮРМАТЫ ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”, башҡорт ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, шәжәрә. Төрки­телендә яҙылған. Тәүге варианты 16 б. 2‑се ярт. Тәтегәс бейҙән­ Баҡый мулла яҙып ала, бей үлгәс, ҡулъяҙма һаҡлау өсөн Аҙнай­бейгә, Ҡармышҡа һәм Илсек тимергә (Илсекәй Тимергә) тапшырыла. “Ю.ы.ш.” бөтә Көньяҡ Башҡортостан терр‑яһына теге йәки был дәрәжәлә мөнәсәбәте булған ваҡиғалар т‑да бәйән ителә, ш. уҡ юрматы­ башҡорт ырыуының соц. структураһы, этник тарихы, эске ҡоролошо т‑да мәғлүмәт бирелә. Шәжәрәнең башланғыс өлөшө боронғо мифологик һәм дини легендаларҙан, риүәйәттәрҙән тора, хис‑тойғоло йәнле тел м‑н яҙылған. Төп өлөшөнә хәл‑ваҡиғаларҙы реалистик, дөрөҫ итеп тасуирлау хас. Сыңғыҙ­хан ­заманынан алып хан ­исемдәрен һанап сығыу шул хандар ваҡытында булып үткән тарихи ваҡиғаларҙы тасуирлау м‑н үрелеп бара. Шәжәрәлә ну­ғайҙарҙың ­Көньяҡ Уралда, Һаҡмар, Яйыҡ, Ағиҙел йй. басс. йәшәүҙәре ентекле бирелә. Был өлөштә йәнле һөйләү телмәре, монологтар һәм диалогтар ҡулланыла. Шәжәрәнең һуңғы юлдарында юрматы ырыуының ­Рус дәүләте составына инеүе (ҡара: Башҡортостандың ­Рус­ дәүләтенә ­ҡушылыуы) һәм башҡорт ырыуҙарының биләгән ерҙәрен (ҡара: Аҫабалыҡ) бүлеү (тәғәйен даталар килтерелә, байтаҡ исемдәр, геогр. атамалар һанала) т‑да бәйән ителә. 19 б. — 20 б. башы күсермәһе һаҡланған: береһе 1927 й. С.Ғ.Мирасов ­тарафынан “Башҡорт­ аймағы” ж. баҫыла; икенсеһе “Башҡорт шәжәрәләре” (“Башкирские шежере”; 1960) йыйынтығына индерелә, уның ҡулъяҙмаһы Ғилми­ архивта­һаҡлана. Юрматы ырыуының башҡа шәжәрәләре лә билдәле.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж.­Р.Ә.Сиражитдинов