ШАХМАТ, с а т р а ш, спорт төрө, ике ярышыусы өсөн 64 шаҡмаҡлы таҡтала махсус фигуралар м‑н уйын. Башҡортостанда Ш. 20 б. 20‑се йй. уртаһынан үҫешә. 1932 й. Өфөлә Башҡ‑н ҮБК эргәһендәге Юғары физик культура һәм спорт советы тара­фынан Үҙәк шахмат клубы ойошторола; 1961 й. ҡала, 1963 й. респ. Шахмат‑шашка клубтары асыла. 80‑се йй. башында Өфөлә “Спартак” ДСО‑һының Башҡорт өлкә советында Шахмат б‑са ДЮСШ булдырыла (1987 й. Стәрлетамаҡ ҡ. күсерелә). Респ. йыл һайын “Рощинский” Бөтә Рәсәй шахмат фестивале (1991 й. алып), Х.М.Дауытов (2000 й. алып), И.А.Копылов (2003 й. алып), К.А.Сиамиди (2008 й. алып) мемориалдары үткәрелә. Респ. Ш. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры Копылов була (1966). Халыҡ‑ара ярыштарҙа Р.Х.Дауытов, Е.В.Калегин, Копылов, Э.Р.Хәсәнова юғары ҡаҙаныштар күрһәтә, ш. уҡ Д.Р.Хисмәтуллин — Рәсәй кубогын яулаусы (2005), “Master‑open” халыҡ‑ара турниры еңеүсеһе (Воронеж ҡ., 2006). Өфө (ҡара: Шахмат буйынса спорт мәктәбе), Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. шахмат б‑са махсус ДЮСШ‑лар бар, унда яҡынса 1900 кеше шөғөлләнә (2010). 1993 й. башлап Рәсәй ситтән тороп шахмат уйнау ассоциацияһының Башҡ‑н бүлексәһе эшләй.

Тәрж. Г.А.Миһранова