ШАФРАНОВТАР, дворяндарҙан. Николай Семёнович Ш. (1844—1903), тайный советник, профессор. Урман һәм ыҙанлау ин‑тын тамамлаған (С.‑Петербург). 1867 й. алып С.‑Петербург урман ин‑ты директоры. 1899 й. башлап Өфө губерна ста­тистика ком‑ты һәм Өфө губерна музейы ком‑ты ағзаһы. 1895 й. Һамар—Златоуст т. юлының Шафран станцияһы ҡасабаһында Святитель һәм Чудотворец Николай хөрмәтенә сиркәү (хәҙ. көндә юҡ) төҙөүгә аҡса бирә. Урман эше б‑са 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Уның ҡатыны — Ольга Викторовна Ш., 1892 й. Шафран а. хосуси ҡымыҙ дауаханаһын аса (ҡара: “Шаф­ран”), 1910 й. тиклем хужаһы була. Ш. нәҫеле 1879 й. Өфө губернаһының дворян нәҫел тарихы китабына яҙылған.

В.К.Фёдоров

Тәрж. М.Х.Хужин