ШАФРАН КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ. 1956 й. Әлшәй р‑ны Ыҫлаҡ а. Знаменка спирт з‑ды базаһында Башҡ‑н респ. ҡулланыусылар йәмғиәте союзы составында Ш.к.к. булараҡ ойошторола, 1995 й. ябыла. Составына консервалау, киптереү, кондитер цехтары; алкоголһеҙ эсемлектәр, крахмал производстволары ингән. 1995 й. 40‑тан ашыу кеше эшләгән; киптерелгән йәшелсә (картуф, һуған, кишер һ.б.), консервалар (йәшелсә, емеш һ.б.), кондитер, икмәк‑булка изделиелары, алкоголһеҙ эсемлектәр, крахмал етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатылған, ГДР‑ға, Чехословакияға ебәрелгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов