“ШАФРАН”, шифахана, РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм соц. үҫеш министрлығының федераль дәүләт учреждениеһы. Әлшәй р‑нында, Раевка а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 18 км алыҫлыҡта Шафран т. юл ст. эргәһендә урынлашҡан. Климаты континен­таль, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра ‑15°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19°С). 1892 й. О.В.Шафранованың (ҡара: Шафрановтар) хосуси ҡымыҙ дауаханаһы булараҡ асыла, 1919 й. башлап туберкулёз м‑н ауырыған кешеләрҙе дауалау өсөн хәҙ. исемдәге курорт (1941—43 йй. 2576‑сы эвакуация госпитале), 1949 й. — шифахана, 2009 й. хәҙ. статусын ала. Өлкән йәштәге пациенттарҙы туберкулёздың төрлө формаларынан һәм балаларҙы үпкәнең специфик булмаған хроник ауырыуҙарынан дауалау өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, 400 койкаға иҫәпләнгән (2010). Төп дауалау факторҙары: ҡымыҙ һәм климат. Дауалау физкультураһы, диетотерапия, ҡымыҙ менән дауалау, массаж, физиотерапия ҡулланыла, туберкулёзға ҡаршы препараттар м‑н специфик химиотерапия, патогенетик һәм реабилитацион дауалау үткәрелә.

Әҙәб.: Ш а м а е в А.Г. Кумыс. М., 2000.

Ғ.Х.Ибраһимов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина