ШАФРАН, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Шафран а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 13 кеше; 1920 — 259; 1939 — 2137; 1959 — 3669; 1989 — 2774; 2002 — 2620; 2010 — 2362 кеше. Татарҙар, башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, мәктәп‑интернат, балалар баҡсаһы, амбулато­рия, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға 1888 й. һәм 1890 й. араһында Бәләбәй өйәҙендә Һамар‑Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлын төҙөүгә бәйле Шафран станцияһы ҡасабаһы (дворян Шафрановтар фамилияһы б‑са) исеме м‑н нигеҙ һалына. Һуңынан станцияға яҡын урында О.В.Шафранова тарафынан ҡымыҙ дауаханаһы асыла. 1896 й. 5 йортта 45 кеше йәшәгән. 1906 й. Ш. утарында сиркәү (1895 й. төҙөлгән), мәктәп теркәлгән; ҡымыҙ м‑н дауалау йорто эшләгән. 1920 й. Шафран станцияһы (200 кеше), Шафран курорты (114 кеше) һәм Шафран (259 кеше) ҡасабалары булған, улар 1931 й. алып хәҙ. исемдәге ҡала тибындағы ҡасаба булараҡ бергә иҫәпкә алынған. 2005 й. башлап 1490 км т. юл будкаһы, 3‑сө Шифахана, Мәндән разъезы ҡасабалары м‑н берләшкәндән һуң хәҙ. статусын ала. С.Ә.Асҡаров, В.Н.Линник, Л.П.Фәйезова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев