ШАФИҠОВА Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙы (3.1.1949, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Иҫәнбай а. — 4.5.2017, шунда уҡ), шағирә. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999). “Был йырым һинең хаҡта” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1985 й. сыға. Ш. шиғриәте шәфҡәтлелек, эскерһеҙлек м‑н һуғарылған. “Күҙ йәштәрем — көмөш тамсы” (2001), “Йәнемдә — тормош шауы” (2008; икеһе лә — татар телендә) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Ш. шиғырҙарына йырҙар яҙылған. С.Сөләймәнова ис. (1993), Ғ.Соҡорой ис. (1998) пр. лауреаты.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов