ШАФИҠОВА Гөлсирә Мазһар ҡыҙы (16.5.1955, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Яңы Мишәр а.), шағирә. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1997). 1976 й. алып Мәсетле р‑нында эшләй: район хеҙмәтсән депутаттар советының башҡарма ком‑ты хеҙм‑ре, 1978 й. башлап Йонос ауыл китапханаһында китапханасы, 2006—11 йй. мөдир. Балалар өсөн яҙылған “Тере мендәр” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1992 й. сыға. Ш. әҫәрҙәре нескә юмор, сағыу образлылыҡ м‑н айырылып тора. “Йәләй, өләсәй һәм бейәләй” (1994), “Аҙашҡан көн” (1998) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән. Р. Әхтәри ис. (2002), Р.Хисаметдинова ис. (2005) пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: Алһыуланған аҡ болот: шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. Өфө, 2005; Мин — олон: шиғырҙар. Өфө, 2011.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов