ШАФИҠОВ Сәғит Ғәйли улы (24.10. 1952, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1975), 1980 й. алып шунда уҡ уҡыта (1999 й. башлап инглиз теле, 2016 й. — инглиз теле һәм мәҙәниәт‑ара бәйләнештәр каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге лингв. типология һәм тел универсалиялары проб­лемаларына арналған. “Урал батыр” эпосын инглиз теленә тәржемә иткән (2003). 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Лексическая типология языков. Уфа, 2005; Сравнительная типология иностранных языков. Уфа, 2014; Лингвистическая типология и языковые универсалии. Уфа, 2017.

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов