ШАФИҠОВ Мөнир Тәғдил улы (5.1. 1958, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Нөрлө а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Благовещен р‑ны Ахлыстин тулы булмаған урта мәктәбе директоры. 1983 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре онтология, гносеология, социаль философия, логика проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Научно‑образовательный потенциал региона: сущность, структура, состояние и динамика. Уфа, 2002; Методология исследования научно‑образовательного потенциала. Уфа, 2003; Бытие и познание: философия исследования. Уфа, 2014.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев