ШАУЪЯҘЫ, Балтас р‑нындағы ауыл, Шауъяҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 61 км алыҫлыҡта Тибел й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 821 кеше; 1920 — 914; 1939 — 922; 1959 — 690; 1989 — 367; 2002 — 370; 2010 — 269 кеше. Башҡорттар, татарҙар, уд­мурттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Бөрө өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Туйсыбай а. (хәҙ. Тусыбай а.) кешеләре Шауъяҙы‑Туйсыбай исеме м‑н нигеҙ һала. 1896 й. 126 йортта 786 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Сауҙа кибете булған. 1906 й. мәсет теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. К.Ф.Таһирова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев