ЮРМАТЫ, ауыл, 1940 й. Ишембай ҡ. составына инә, 1962 й. алып 18‑се комб‑т (ҡара: “Газпром­ неф­техим­ Салават”) төҙөлөүгә бәйле ауыл халҡы башҡа торама пункттарға күсерелә.

Ауылға 1924 й. Стәрлетамаҡ­ кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Түб. Бурансы/Яңы Бурансы а. кешеләре нигеҙ һала. 1924 й. 42 йортта 350 кеше йәшәгән. 1939 й. 226 кеше иҫәпкә алынған. 1940 й. Ишембай р‑нының Көҫәпҡол а/с ҡараған. Б.Х.Юлдашбаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов