ШАТМАНТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Елдәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 83 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1291 кеше; 1920 — 1547; 1939 — 821; 1959 — 697; 1989 — 613; 2002 — 693; 2010 — 528 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Елдәр урта мәктәбе филиа­лы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 60‑сы йй. Нуғай даруғаһы Күл‑Иле‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҫарылы‑Мең улусы Һаҡлаубаш а. (хәҙ. ТР‑ҙың Сарман р‑ны) башҡорттары нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1865 й. 149 йортта 700 кеше йәшәгән. Игенселек малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Т.Х.Мәсәлимов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев