ЮРЛОВ Александр Александрович (11.8.1927, Ленинград — 2.2.1973, Мәскәү), хор дирижёры, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. Сәнғәт ғилеме канд. (1954), проф. (1970). РСФСР‑ҙың (1970) һәм Әзербайжан ССР‑ының (1972) халыҡ артисы, БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1969). Мәскәү хор уч‑щеһын (1945) һәм Мәскәү консерваторияһын (1950; икеһе лә — А.В.Свешников класы) тамамлаған. 1949 й. алып Свешников етәкс. Дәүләт урыҫ йыры хоры (Мәскәү) хормейстеры, 1956—57 йй. Ленинград консерваторияһында уҡыта, 1958 й. — Респ. акад. урыҫ хор капеллаһының художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1959 й. башлап Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тының хор м‑н дирижёрлыҡ итеү каф. (икеһе лә — Мәскәү) мөдире. 1971—73 йй. Бөтә Рәсәй хор йәмғиәте идараһы рәйесе. Ю. инициативаһы м‑н 1961 й. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тының Өфө уҡыу‑консультация пунктында хор м‑н дирижёрлыҡ итеү бүлеге асылған. Байтаҡ Бөтә Рәсәй һәм халыҡ‑ара хор музыкаһы фестивалдәре инициаторы, ойоштороусыһы һәм етәксеһе. Ю. етәкләгән хорҙар репертуарына сит ил, урыҫ һәм ватан композиторҙарының әҫәрҙәре ингән. Ю. етәкс. ижади коллективтар Рәсәй һәм сит илдәр буйлап гастролдәрҙә булған. Хор өсөн байтаҡ халыҡ йырҙары эшкәртмәләре, ш. уҡ уҡыу‑методик әсбаптар һәм фәнни мәҡәләләр авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1967). Ю. исеме Рәсәй Дәүләт акад. хор капеллаһына бирелгән.

Э.Х.Ғәйфуллина

Тәрж.­Г.Һ.Ризуанова