“ШАТЛЫҠ”, Аграр университеттың халыҡ бейеүҙәре ансамбле. 1966 й. ойошторола, 1977 й. “халыҡ” исеме ала. Репер­туарында башҡорт (“Бесәнселәр”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Гөлнәзирә”, “Зарифа”), татар (“Кәләш”), урыҫ [“Камаринский” (“Камаринская”), “Урыҫ бейеүе” (“Русская пляска”)], украин (“Гопак”), аргентин (“Гаучо”) бейеүҙәре, хореографик ком­позициялар [“Алмаҡай” (“Яблочко”), “Василий Тёркин”, “Елбәгәй” (“Нараспашку”), “Көләс икмәк бешереүселәр” (“Весёлые пекари”)] һ.б. бар. Рәсәй, Германия, Ҡаҙағстан буйлап гастролдәрҙә була. “Бәхет ҡошо” (“Синяя птица”; 2000), “Йондоҙло тулҡын” (“Звёздная волна”; 2003; Гран‑при; икеһе лә — Майкоп, Адыгей Респ.) Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестивалдәр‑конкурстары, “Көләс йәйғор” (“Весёлая радуга”) Халыҡ‑ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль‑конкурсы (Одесса ҡ., Украина, 2005), “Яңы быуат таланттары” (“Таланты нового века”) Бөтә Рәсәй йәш таланттар фестиваль‑конкурсы (Мәскәү, 2008; Гран‑при), “Студент яҙы” Башҡортостан вуздары студенттарының сәнғәт ижады респ. фестивале (2000—03, 2006, 2010; бөтәһе лә — Өфө) һ.б. лауреаты. Художество етәкселәре һәм бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылары: А.В.Агеева, Ф.С.Гәрәева (ойоштороусы һәм 1‑се художество етәксеһе), З.С.Исмәғилев, БАССР‑ҙың атҡ. артисы В.С.Контюков, Т.Р.Хәкимов.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов