ШАТАЛОВ Юрий Сергеевич (8.4. 1940, Бүрәт‑Монгол АССР‑ының Уакит ҡсб — 1.9.1999, Өфө), инженер‑механик. Тех­ник ф. д‑ры (1981), проф. (1985). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1992). ӨАИ‑ны тамамлаған (1962), 1966—99 йй. (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ эшләй: 1983 й. алып йылылыҡ техникаһының теоретик нигеҙҙәре каф., 1987 й. — ғәмәли матем., 1991—98 йй. матем. каф. мөдире. 1972—83 йй. Тамбов химия машиналары эшләү ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре йылылыҡ‑масса алмаштырыу процестарының математик моделдәрен әҙерләүгә арналған. Ш. тарафынан функциональ­интеграль тигеҙләмәләр һәм йылылыҡ үткәреүҙең кире мәсьәләләре өсөн интеграль ҡараштар теорияһы, газ турбиналы двигателдәрҙең көрәксә‑ара каналдарындағы өс үлсәмле ағымдарҙы хисаплау алгоритмдары һәм программалары эшлә­нгән. Газ турбинаһының эш көрәктәрен газ‑шыйыҡлыҡ ярҙамында һыуытыу ысулын эшләүселәрҙең береһе. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Интегральные представления постоянных коэффициентов теплопереноса. Уфа, 1992; Функционально‑интегральные уравнения теплофизических характеристик. М., 1996.

С.Ю.Лукащук

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов