ЮРИСТАР СОЮЗЫ, юристарҙың проф. мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлау, юридик йәмғиәтте хоҡуҡи, гуманитар һ.б. проекттарҙа һәм программаларҙа ҡатнашыуға йәлеп итеү маҡсатында асылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә 1989 й. алып БР‑ҙың Ю.с. булараҡ эшләй. “Юристар союзы” Халыҡ‑ара хөкүмәткә ҡарамаған берекмә ағзаһы (1990 й. алып). 14 ҡала һәм район бүлексәһе бар. Ойошма составына 1,5 меңдән ашыу юрист инә (2009). Хоҡуҡи документтар әҙерләү эшендә, граждандарҙың хоҡуҡ мәҙәниәтен күтәреүҙә, БР Арбитраж­ Судының ­заседателдәр корпусын формалаштырыуҙа ҡатнаша (2002). Рәйесе — Р.А.Ғибәҙәтов­ (1989 й. алып).

Ә.Д.Үзбәкова

Тәрж.­Ф.Ә.Ҡылысбаев