ЮРИДИК ИНСТИТУТ, 1971 й. Рязань урта махсус мәктәбе нигеҙендә Өфө урта махсус СССР ЭЭМ‑ының команда составын әҙерләү мәктәбе булараҡ асыла, 1988 й. алып СССР (1991 й. башлап РФ) ЭЭМ‑ының юғары мәктәбе, 1996 й. — РФ ЭЭМ‑ының Өфө юридик ин‑ты. Составына 5 ф‑т (өҫтәлмә проф. белем биреү, ситтән тороп уҡыу, тәфтишселәр, криминаль милиция, хоҡуҡ һәм иҡтисад белгестәре әҙерләү) инә. 5 уҡыу полигоны, 2 ғилми‑тикшеренеү лаб., дөйөм һәм махсус китапханалары, тарих музейы, ойоштороу‑ғилми һәм редакция‑нәшриәт бүлектәре, 4 спорт залы, стадионы, атыу тиры, гимнастика ҡаласығы, теннис корты, БР‑ҙың Ауырғазы р‑нында уҡыу базаһы бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 3 һөнәр б‑са алып барыла. 4 һөнәр б‑са адъюнктура эшләй. Уҡытыусылар араһында 38 фән д‑ры һәм 124 фән канд. бар (2010). 14 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән.Халыҡ‑ара ойошмаларҙың үҙәктәре һәм вәкиллектәре, БР, РФ, Ҡаҙағстан, Үз­бәк­стан, Украина һ.б. вуздары м‑н хеҙ­мәттәшлек итә. Ин‑тта йыл һайын 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, дәреслек, уҡытыу‑методик әсбәп һ.б. нәшер ителә; “Вестник­ Уфимского­ юриди­ческого ­института­ МВД­ России” ж. сығарыла. Нач.: З.К.Юнысов (1971 й. алып), Н.А.Катаев (1988 й. алып), К.Б.Толкачёв (1996 й. алып), Ф.Б. Мөхәмәтшин (2003 й. алып). Ин‑т терр‑яһында А.М.Матросовҡа һәйкәл ҡуйылған (1958); Успение­ ир‑егет­тәр­ монастыры сиркәүҙәренең биналары (1803— 10 йй. һәм1836—52йй. төҙөлгән) урынлашҡан, улар тарих­ һәм­ архитектура­ ҡомартҡылары булып тора.

Ф.Б.Мөхәмәтшин

Тәрж.­Ә.Н.Аҡбутина