ШАРФШТЕЙН Александр Хананович (23.2.1933, Харьков ҡ. — 22.8. 2009, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1990). Харьков ун‑тын тамамлағандан һуң (1953) ӨДАТУ‑ла, бер үк ваҡытта 1953—60 йй. Урал политехник ин‑тында (Сверд­ловск ҡ.) һәм 1995—2000 йй. БДУ‑ла (1998—99 йй. инженерлыҡ физикаһы каф. мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре плаз­ма физикаһына арналған. Ш. тарафынан газ хәлендәге ҡайһы бер мөхиттәрҙә атомдарҙың термик булмаған ярһыу күренеше асылған һәм тикшерелгән, түбән т‑ралы плазманың һәм ҡаты есемдәрҙең контактһыҙ пирометрияһы ысулдары һәм ҡоролма­лары эшләнгән. Асыштары плазма технологияларында ҡулланыла. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Нетермическое излучение натрия в среде окиси углерода с примесями //Теплофизика высоких температур. 1966. Т.4; Оптическая пирометрия высо­коскоростных потоков газа по излучению азота //Теплофизика и аэромеханика. 1994. Т.1. №1.

Г.В.Миловзоров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов