ЮРЕВИЧ Эдуард Янович (15.4.1888, Рига — 16.9.1958, шунда уҡ), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1913 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. 1917 й. башлап Мәскәү Советы башҡарма ком‑ты һәм РСДРП(б) ком‑ты ағзаһы, 1918 й. — РСФСР Һаҡлыҡ кассалары идаралығы комиссары. 1919 й. Латвияға йәшерен партия эшенә ебәрелә, 1920 й. ҡулға алына һәм РСФСР‑ға һөргөнгә ебәрелә. 1921 й. алып Псков ҡ. эшләй: Латвия Коммунистар партияһы ҮК‑ның сит ил бюроһы хеҙм‑ре, “Циняс атбалсс” (“Көрәш шаңдауы”) гәз. мөхәррире. 1926 й. дек. башлап ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты 1‑се секретары. 1930 й. алып Химия сәнәғәте хеҙм‑рҙәре профсоюзының ҮК рәйесе, 1934 й. башлап ауыр сәнәғәт ХК‑нда. 1945 й. алып Латвия ССР‑ы Коммунистар партияһының Лиепая ҡала ком‑ты 1‑се секретары. 1948—58 йй. Латвия а.х. акад. уҡыта (Елгава ҡ.). Ленин, “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (икеһе лә — 1944).

И.Ғәримова

Тәрж.­М.Х.Хужин