ШАРТЛАТЫП ҠЫРҠЫУ, ғәмәлдәге үткәргес торбаларҙы һәм резервуарҙарҙы реконструкциялау һәм уларға яңы төҙөлгән участкаларҙы тоташтырыу, авариялы участкаларҙы ремонтлау, нефть резервуарҙарын демонтажлау ваҡытында һ.б. ҡулланылған ҡырҡыу ысулы. Ут файҙаланыу м‑н бәйләнгән эштәр һанын кәметә һәм хәүефһеҙлекте арттыра. Ш.ҡ. оҙонайтылған кумулятив заряд (көпшәнән яһалған көплөгөн ватмайынса детонация импульсын алыҫ араларға тапшыра алған тулҡын йөрөткөс шнур) ярҙамында башҡарыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продуктта­рын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ‑нда (ҡара: Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институты; Ә.Ғ.Ғүмәров, Р.Х.Иҙрисов, М.М.Кофман, Р.Л.Кутукова, К.Е.Ращепкин һ.б.) Е.О.Патон ис. Электр м‑н иретеп йәбештереү ин‑ты (Киев) м‑н берлектә Ш.ҡ. технологиялары; Ҡазан химия‑технология ин‑ты һ.б. м‑н берлектә шартлау энергияһы кумулятив ағым барлыҡҡа килтереп ҡамасаулаусы кәртәне юҡ итә торған шнур рәүешендәге кумулятив заряд уйлап табыу б‑са эштәр башла­на. Был зарядтар нигеҙендә ҡорос үткәргес торбаларҙы һәм торбалы конструкцияларҙы (диам. 152—1420 мм һәм стена ҡалынлығы 10—30 мм булған) тыш яҡтан арҡыры ҡырҡыу өсөн ҡулса рәүешендәге кумулятив торба киҫкес, һыу аҫтындағы һәм һыу баҫҡан урындарҙағы үткәргес торбаларҙы (219—1420 мм, 8—20 мм) ҡырҡыу өсөн һыу аҫты торба киҫкесе эшләнә.

Шулай уҡ шнур рәүешендәге кумулятив зарядтар асыҡ һауала ҙур габаритлы ҡоролмаларҙы (домен мейестәре, караптарҙың корпустары, химия реакторҙары һ.б.) һәм стена ҡалынлығы 25 мм тиклем булған башҡа металл конструкцияларҙы ҡырҡыу өсөн ҡулланыла.

Р.Х.Иҙрисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов