ШАРОВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Шаровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Глуховская т. юл ст. Т. табан 3 км алыҫлыҡта Үтәй й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 851 кеше; 1920 — 1276; 1939 — 1052; 1959 — 369; 1989 — 297; 2002 — 341; 2010 — 365 кеше. Урыҫтар, сыуаштар, татарҙар, сиғандар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19—20 бб. араһында Бәләбәй өйәҙендә ген.‑майор А.И.Глуховскийҙан һатып алынған ерҙәрҙә Харьков губ. Шаров­ка а. украиндары Шаровка‑Глуховский исеме м‑н нигеҙ һала. 20 б. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. В.Ф.Тарасенко ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев