“ШАРЛЫ УРМАН”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр Ғ.Х.Йәнекәев 19 б. 80‑се йй. яҙып ала, үҙенең “Башҡорт һәм татар йырҙары” [“Башкирские и татарские песни”; “1‑се йыйынтыҡ” (“Сборник №1”) булараҡ билдәле; ӨДСИ‑лә һаҡлана] ҡулъяҙма йыйынтығына индерә. Варианттары С.Ә.Галин, Ф.А.Нәҙершина, А.И.Оводов, К.Й.Рәхимов, Ғ.З.Сө­ләймәнов, Л.Ҡ.Сәлмәнова, Н.Д.Шоңҡаров тарафынан яҙып алына. Драматик характерҙағы йыр. “Ш.у.” барлыҡҡа килеүе 18 б. Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы Шарлы урман төбәгендә (хәҙ. БР‑ҙың Бәләбәй һәм Әлшәй р‑ндары) булған ваҡиғаға бәйле, унда баяр Деев алдау юлы м‑н башҡорттарҙың ерҙәрен һәм урмандарын тартып ала. Шиғри тексы тыуған тәбиғәтте данлау, ҡыуылған кешеләрҙең кисерештәре, ерҙәрҙе һаҡлау өсөн ҡәбилә һәм ырыу берҙәмлегенең әһәмиәтен аңлау м‑н һуғарылған. Көйгә киң диапазон (яҡынса 2 октава) һәм бер ижекте һуҙып, боролошло итеп йырлау, эпиклыҡ өҫтәгән квартаға юғары һикереш хас. Башҡарыусылары араһында Я.Шафиҡов бар.

Әҙәб.: Башкирские народные протяжные песни /сост. Л.К.Сальманова. Уфа, 2007.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова