ШАРЛАУЫҠ, һыуҙың йылға йырҙаһындағы текә һикәлтәнән ағып төшөүе. Бик текә булмаған (30—40°) һикәлтәлә гөрләүек, киртләсле һикәлтәлә каскад барлыҡҡа килә. Һикәлтәләр тектоника, эрозия, карст һ.б. һөҙөмтәһендә килеп сыға. Һикәлтәнең яйлап емерелеүе арҡаһында Ш. йылға ағымы буйлап өҫкә сигенә. Һикәлтәнең емерелеү тиҙлеге, һыҙаттары һәм Ш. ваҡыты йылға йырҙаһын формалаштырған тау тоҡомдарының тотороҡлолоғо һәм урынлашыу шарттары м‑н билдәләнә. Һикәлтә ныҡ емерелгән осраҡта Ш. һыу тупһаларына әйләнә. Башҡортостанда бейеклеге 15 м тиклем еткән 20‑нән ашыу Ш. билдәле, ш. иҫ. Асы шарлауығы, Атыш, Ғәҙелша һәм Ҡуҡрауыҡ (бөтәһе лә — тәбиғәт ҡомартҡылары). Ш. һәм уларҙың тирә‑яғы геологтар Ф.Н.Чернышёв (1889) һәм А.И.Олли (1933), геоморфологтар И.К.Кудряшов, А.П.Рож­дественский, Р.А.Фәтҡуллин, ландшафтарҙы өйрәнеүсе Ф.Ә.Мәҡсүтов, ботаник Е.В.Кучеров (1960—75) һ.б. тарафынан та­суирлана.

Р.А.Фәтҡуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов