ЮРАСОВ Николай Алексеевич (1.9. 1946, Өфө — 26.8.2014, шунда уҡ), фотожурналист. Журналистар­ сою­зы ағзаһы (1978). 1970 й. башлап ӨАИ‑ның “Авиатор” гәз. фотографы, 1975 й. — “Вечерняя ­Уфа” гәз. штаттан тыш фотохәбәрсеһе, 1978 й. алып “Башҡортостан ­ҡыҙы” ж., 1991 й. — “Республика Башкорто­стан” гәз., 2001 й. — “Евразия хәбәрҙәре агентлығы” ЯСЙ, 2002—06 йй. “АДИ‑ПРЕСС” ЯСЙ (икеһе лә — Өфө) фотохәбәрсеһе. Шулай уҡ Юра Русов псевдонимы м‑н баҫылған. Сәйәсәткә, тәбиғәткә, Башҡортостандағы һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге ауыл кешеләренең хеҙмәтенә һәм тормошона арналған фоторепортаждар һәм очерктар серияһы авторы. “Башҡортостан”, “Ҡыҙыл­таң”, “Ленинец” гәз.; “Ағиҙел”, “Баш­ҡортостан­ уҡытыусыһы” һ.б. ж.; “Китап” нәшриәте м‑н хеҙмәттәшлек иткән. Фотосәнғәт өлкәһендә портрет һәм пейзаж жанрында эшләгән. 1971 й. башлап фотокүргәҙмәләрҙә, 1983 й. — халыҡ‑ара фотокүргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. “Башфото” (1977), “Башҡортостан — Ленин юлы буйлап” (1980) респ. фотокүргәҙмәләре, “Өфө ХХI быуатта” журналистар конкурсы (2000; бөтәһе лә — Өфө) һ.б. лауреаты. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1993).

Тәрж. ­Р.Р.Абдрахманов