ЮПИТЕР, Ҡояш системаһының Ҡояштан алыҫлығы б‑са 5‑се урында торған иң ҙур планетаһы. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 778 млн км (5,20 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 11,86 йыл. Экваториаль зонаһы өсөн күсәре тирәләй әйләнеү периоды 9 сәғ. 50 минут. Әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы 86°55ʺ12ʹ. Диам. 142,8 мең км. Массаһы 1,90•1027 кг. Уртаса тығыҙлығы 1,33•103 кг/м3. Атмосфераһының химик составы: водород (80%‑тан ашыу), гелий (10%‑тан ашыу) һ.б. Ауырлығы б‑са Ер массаһынан 10 тапҡыр ҙур булған ҡаты хәлдәге ядроһы бар, тип фараз ителә. Инфраҡыҙыл өлкәлә энергияны Ҡояштан алған энергияға ҡарағанда 70%‑ҡа артыҡ тарата. Ҡояш системаһының планеталары араһындағы иң көслө булған магнит ҡыры магнит дауылдарын һәм интенсив поляр балҡыштарҙы барлыҡҡа килтерә. Планетаның өҫтө болоттар м‑н (аммиактан, һыу парынан, метандан, көкөрттән тора) ҡапланған, көслө елдәр иҫеү сәбәпле улар аҡ, һары‑кө­рән, ҡыҙыл һәм зәңгәрһыу төҫтәге экваторға параллель тиҙ үҙгәреүсән һыҙаттар барлыҡҡа килтерә; был төҫтәр көслө электр разрядтарының (йәшен) һәм фотохимик реакцияларҙың бергә тәьҫир итеүе м‑н аңлатыла. Күп һандағы атмосфера ҡойондары, ш. иҫ. оҙайлы булғандары, (Ҙур ҡыҙыл тап, яҡынса 400 йыл) күҙәтелә. Ю. массаһы ҙур булыуы кометаларға һәм астероидтар поясына мөһим гравитацион йоғонто яһай. Ю. 50‑нән ашыу юлдашы бар, иң ҙурҙары (Ио, Калипсо, Ганимед һәм Европа) 17 б. Г.Галилей тарафынан асыла. 1979 й. “Вояджер‑1” планета‑ара аппараты ярҙамында Ю. көсһөҙ ҡара ҡулсалары (3) булыуы асыҡлана, уларҙы Ерҙән инфраҡыҙыл диапазонда күҙәтеп була. Ю. — күк йөҙөндәге сағыу яҡтыртҡыс, ҡапма‑ҡаршы торош ваҡытында ‑2m,94 визуаль йондоҙ дәүмәленә етеүе мөмкин, планеталар араһында ялтырауы б‑са Сулпандан ғына ҡалыша. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында күҙәтелә, бинокль йәки телескоп м‑н күҙәткәндә планета өҫтөндәге ҡара һәм аҡ­һыл һыҙаттар, уның 4 юлдашы яҡшы күренә.

У.Ш.Баязитов

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов