ЮНЫСОВТАР, дворяндар нәҫеле. Мишәрҙәрҙән. Иң билдәлеләре: Сәйетбаттал Баязит улы Ю., 10‑сы класс чиновнигы (1821), яҫауыл (1835). Бәләбәй­ өйәҙенең Ҡаңлы улусы Төркәй а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) йәшәгән. 1794 й. алып йорт старшинаһы, 1797 й. Ырымбур ­сик­ буйы­ комиссияһында ­хеҙмәт итә, 1798 й. башлап 5‑се мишәр кантоны башлығы. “Тырышлыҡ өсөн” алтын миҙалы м‑н бүләкләнгән (1832). Уның улы — Яҡуп Сәйетбаттал улы Ю., сотник. 5‑се мишәр кантонында йәшәгән. 1838 й. Ю. нәҫеле Ырымбур­г убернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 2‑се киҫәгенә яҙылған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов