“ШАРАНСКИЕ ПРОСТОРЫ” (“Шаран киңлектәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Шаран киңлектәре” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Шаран р‑ны Шаран а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар телдәрендә сыға. 1935 й. мартынан татар телендә “Сталинсы”, 1937 й. алып урыҫ телендә “За ленинский путь” (“Ленин юлы өсөн”), 1956 й. башлап “Знамя Октября” (“Октябрь байрағы”) исеме м‑н урыҫ һәм татар телдәрендә, 2002 й. — хәҙ. исеме м‑н нәшер ителә. 2005 й. алып ай һайын башҡорт телендә “Сөн һулышы” ҡушымта­һын сығара. 1962—67 йй. гәзит нәшер ителмәй.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов