ШАРАНБАШ‑КЕНӘЗ, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 22 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Шаран й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 974 кеше; 1920 — 1291; 1939 — 1280; 1959 — 965; 1989 — 547; 2002 — 448; 2010 — 429 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 18 б. башынан Шаранбаш исеме м‑н билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра). 18 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. 11 йортта 91 кеше йәшәгән, 1865 й. 107 йортта — 740 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, шарап һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған; шөғөлдәр араһында ш. уҡ һөнәрселек кәсебе теркәлгән.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев