ШАРАН РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡ‑көнсығышта — Саҡмағош, көнсығышта һәм көньяҡ‑көнсығышта — Бүздәк, көньяҡта — Туймазы р‑ндары, көнбайышта ТР м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Баҡалы, Саҡмағош һәм Туймазы р‑ндарын бүлеүгә бәйле ойошторола (ҡара: Административ район). 1962 й. 12 дек. бөтө­рөлә, терр‑яһы Туймазы р‑ны составына индерелә. 1966 й. 30 дек. яңынан ойошторола. Майҙаны — 1384 км2. Адм. үҙәге — Шаран а., Өфөнән көнбайышҡа 201 км һәм Туймазы т. юл ст. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 26 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 51,9; 1959 — 36,0; 1989 — 23,8; 2002 — 24,5; 2010 — 25,1; 2017 — 20,3. Милли составы (2010): татарҙар — 33%, башҡорттар — 24,9%, мариҙар — 19,7%, урыҫтар — 11,6%, сыуаштар — 9,7%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 16,3 ке­ше/км2. Районда 13 ауыл советы, 103 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Шаран (5,6 мең кеше), Ерекле (0,9 мең), Наратаҫты (0,8 мең) ауылдары.

Район терр‑яһы Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Рельефы уба һәм арҡаларҙан тора. Ш.р. Көньяҡ Татар көмбәҙе сиктәрендә ята. Район терр‑яһында кирбес сеймалы: балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ ятҡылыҡтары (Иҫке Томбағош, Наратаҫты); нефть ятҡылыҡтары (Михайловка, Юбилейный һ.б.) бар. Климаты уртаса континенталь, бер аҙ ҡоро. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 2,0°С, ғин. уртаса т‑ра — ‑14,5°С, июлдә — 19,0°С. Абс. макс. т‑ра — 39°С, абс. миним. т‑ра — ‑49°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 415—580 мм. Гидрографик селтәрҙе ҡушылдыҡтары (Ти­ләгәҙе, Шалтыҡ, Шаран) м‑н Сөн й., Ыҡ й. барлыҡҡа килтерә. Һоро урман тупрағы, ҡараһыу һәм аҡһыл һоро урман тупраҡтары, көлһыуланған ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Киң япраҡлы һәм ылыҫлы урмандар таралған. Район терр‑яһының 24%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы дала һәм урман төрҙәренән тора. Аҡбарыҫ а. эргәһендәге шыршы культуралары, Дүртөйлө йырыны — тәбиғәт ҡомартҡылары.

2017 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 97,5 мең га (дөйөм майҙандың 70,4%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 52,6, сабынлыҡтар — 22,6, көтөүлектәр — 21,9; урмандар майҙаны — 33,1, ер өҫтө һыуҙары — 0,4. Район көньяҡ урман-дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [3 МУАХП, 5 АХПК, 6 ЯСЙ, 116 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культура­лары, картуф, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Балыҡсылыҡ, ҡошсолоҡ, сусҡасылыҡ, умартасылыҡ, һарыҡсылыҡ үҫешкән. Нефть ятҡылыҡтарын “Башнефть—Добыча” ЯСЙ‑ның структур бүлексәһе “Туймазанефть” НГДУ‑һы үҙләштерә. Район терр‑яһында ветеринария станцияһы, урман хужалығы урынлашҡан. “Газпром газораспределение Уфа” Асыҡ АЙ‑ның филиалы “Октябрьскгаз” район газ эксплуатациялау хеҙмәте, “Газпромтрансгаз—Өфө” ЯСЙ‑ның Шаран линия‑производство магистраль газ торбалары идаралығы, “Башкирэнерго” ЯСЙ‑ның Шаран филиалы, “Башҡортостан—Көнбайыш энергетик тауар һатыу компанияһы” филиалының Шаран участкаһы, ит‑һөт комб‑ты, “Шаран һөтө” ЯСЙ, автостанция, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Баҡалы— Туймазы, Саҡмағош—Шаран—Туймазы автомобиль юлдары үтә. Көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда Туймазы агросәнәғәт колледжы филиалы, 27 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 12‑һе урта мәктәп, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют (Мичуринск а.), 32 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы; балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар спорты һәм ижады үҙәге (Шаран), “Шаран” спорт‑һауыҡтырыу комплексы; үҙәк район дауаханаһы, 41 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; мәҙәниәт йорто, 26 клуб учреждениеһы, 24 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Өлгөлө балалар тынлы оркестры һәм 10 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. Урыҫ һәм татар телдәрендә “Шаранские просторы” гәз. нәшер ителә.

И.В.Голубченко, С.Ғ.Курас

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов