ЮНЫСОВА Айһылыу Билал ҡыҙы (11.4.1951, Стәрлетамаҡ ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1997), проф. (1999). РФ‑тың (2016) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Б.Х. Юлдашбаевтың ҡыҙы. ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 1979 й. тиклем БДМИ‑ла, 1983 й. алып БДУ‑ла (1999 й. башлап яңы һәм өр‑яңы тарих каф. мөдире) уҡыта. 2003—16 йй. Этнологик тикшеренеүҙәр ин‑ты дир., бер үк ваҡытта 2011 й. алып РФА Өфө ФҮ Президиумының фәнни эштәр б‑са рәйес урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре дин­ ғилеменә, Башҡортостандағы этноконфессиональ процестарға һәм конфессия‑ара мөнәсәбәттәргә, Урал‑Волга буйы халыҡтарының үҙ‑ара этномәҙәни бәйләнешенә, Рәсәйҙәге этносәйәси һәм этносоциаль процестарға арналған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рәсәй­ тарихсы‑архивсылар­ йәмғиәтенең Башҡ‑н респ. бүлексәһе рәйесе (2000 й. алып).

Х е ҙ м.: Ислам в Башкортостане. М., 2007; Ислам и мусульмане Южного Урала в правовом пространстве Российской империи: документальная антология XVI—XIX вв. Уфа, 2011; 225 лет Центральному духовному управлению мусульман России. Уфа, 2013.

Тәрж.­Ә.Н.Аҡбутина