ШАРАН, ауыл, Шаран р‑нының (1935—63 йй. һәм 1966 й. алып) һәм Шаран а/с үҙәге. Өфөнән Көнб. 201 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта Шаран й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында, Шаран—Төмәнәк, Шаран—Яңы Бал­тас—Андреевка автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,4; 1920 — 1,7; 1939 — 3,1; 1959 — 2,7; 1989 — 4,6; 2002 — 5,5; 2010 — 5,9. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Туймазы агросәнәғәт колледжы, 2 урта мәктәп, Балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар ижады йорто, 4 балалар баҡсаһы, ДЮСШ, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, мәҙәниәт йорто (5 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү му­зейы, мәсет, сиркәү (Михаил Архангел) бар.

Ауылға 1754 й. Архангел (Шаран) заводы эргәһендә торама булараҡ нигеҙ һалына. 1865 й. 149 йортта 797 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, 2 уч‑ще булған. 1906 й. сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, земство мәктәбе, фельдшерлыҡ пункты, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан; йәрминкәләр үткәрелгән. Шулай уҡ Никольское исеме м‑н билдәле булған. М.И.Абдуллин, Д.И.Михайлов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев