ЮНЫСОВ Рәшит Шәйсолтан улы (26.5.1952, Өфө), спортсы. Саңғы­ яры­шы б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1978). БАХИ‑ны (1974), Хәрби физик культура ин‑тын (Ленинград, 1984) тамамлаған. “Урожай” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.А.Книсс). СССР (1978 — 70 км уҙышта), РСФСР (1975 — 50 км уҙышта) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1978 — 30 км уҙышта) чемп., СССР чемпионатының бронза призёры (1979 — эстафетала), СССР Ҡораллы көстәре чемп. (1979 — 30 һәм 50 км уҙышта, эстафетала), Болгарияла Халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (Пампорово ҡ.; 1974 — 30 км уҙышта). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1978—79).

Тәрж.­ Г.А.Миһранова