ЮНЫСОВ Наил Кәбир улы [10.1. 1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Тәтер‑Арыҫлан а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны)], тау инженеры‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. канд. (1969). РСФСР‑ҙың атҡ. геологы (1978), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998), РФ‑тың почётлы газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1998). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) “Башнефтегеофизика” ААЙ‑нда (өҙөклөк м‑н) эшләй: 1953 й. алып сейсмик партия, 1955 й. — производство‑техника бүлеге нач., 1957 й. башлап Көньяк Башҡ‑н геофизика экспедицияһында, 1965—69 йй. һәм 1973 й. алып баш инженер, 1976 й. — идарасы, 1987 й. — ген. дир., 1998 й. — Дир. советы рәйесе, 1999 й. — ген. дир. урынбаҫары, 2000 й. — Көнбайыш Себер б‑са баш консультант, 2011 й. — разведка геофизикаһы б‑са консультант; бер үк ваҡытта 1980—92 йй. ӨНИ‑лә уҡыта. 2007—11 йй. “Mv‑Гео” ЯСЙ (Өфө) директоры. 1956—57 йй. Һиндостанда, 1969—73 йй. Мысырҙа эшләй. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалау һәм файҙаланыу өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Ю. тарафынан Урал­ алды­ бөгөлөндә тоҙ аҫтындағы нефтле риф­ массивтарын картаға төшөрөү өсөн скважина сейсморазведкаһы ысулы эшләнә һәм индерелә. БР һәм Көнбайыш Себер нефть һәм газ ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. Европа‑Азия геофизика йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (2001 й. алып). Ленин (1981), Окт. Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Поиски рифовых структур в Башкирии методом общей глубинной точки Рифогенные образования нефтеносных областей Русской платформы. М., 1976 (авторҙ.).

Тәрж. ­Э.М.Юлбарисов