ШАПОШНИКОВ Борис Михайлович [20.9.1882, Златоуст ҡ. — 26.3. 1945, Мәскәү], хәрби эшмәкәр. Проф. (1935). Совет­тар Союзы Маршалы (1940). Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Император Николай хәрби акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1910). 1903 й. алып рус армияһында, полк. (1917); 1918 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1916 й. алып 2‑се казак Төркөстан див. штаб нач., 1919 й. — Реввоенсоветтың Ялан штабы разведка бүлеге һәм оператив идаралығы нач., 1921 й. — РККА штабы нач. 1‑се ярҙамсыһы, 1925—27 йй., 1935—37 йй. Ленинград, 1927 й. башлап Мәс­кәү, 1931 й. алып Волга буйы хәрби округтары ғәскәрҙәре командующийы, 1932 й. — РККА‑ның М.В.Фрунзе ис. хәрби акад. (Мәскәү) нач. һәм хәрби комиссары. 1937 й. алып РККА‑ның Ген. штабы нач. һәм СССР оборона халыҡ комиссары урынбаҫары, 1941 й. — СССР Ҡораллы көстәре Юғары баш командующийы ставкаһы ҡарамағындағы даими советник, 1942 й. алып СССР оборона халыҡ комиссары урынбаҫары, 1943 й. — К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад. нач. (Мәскәү). СССР ҮБК‑ның 7‑се саҡырылыш ағзаһы, СССР ЮС‑ының 1‑се саҡырылыш депутаты. 4‑се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы Изге Владимир (1914), 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1916), 3‑сө дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы (1915), 4‑се дәрәжә (1914) Изге Ан­на, 3‑сө дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы Изге Станислав (1916), Ленин (1939, 1942, 1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1921, 1944), 1‑се дәрәжә Суворов (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1934, 1938) орд. м‑н бүләкләнгән. Ш. исеме м‑н Бәләбәй, Воронеж һәм Злато­уст ҡҡ. урамдар аталған; уның исеме “Выстрел” команда составын камиллаштырыу юғары атыу‑тактика курстарына һәм 1‑се Тамбов Ҡыҙыл байраҡлы пехота уч‑щеһына бирелгән.

Хеҙм.: Мозг армии: в 3 кн. М., 1927—1929; Воспоминания. Военно‑научные труды. М., 1982.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин