ЮНЫС, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Үрге Ҡыйғы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 6 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 49 км алыҫлыҡта Ҡыйғы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 110 кеше; 1920 — 173; 1939 — 193; 1959 — 166; 1989 — 120; 2002—178;2010—161 кеше. Башҡорттар йәшәй(2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Златоуст ­өйәҙендә нигеҙ һалынған, тип фараз ителә. 1896 й. 17 йортта 110 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов