“ЮНОСТЬ”, цирк студияһы. 1972 й. Стәрлетамаҡ химия з‑дының (ҡара: “Каустик”) Химиктар мәҙәниәт һарайында ойошторола, 1976 й. “халыҡ” исемен ала, 2003 й. башлап эшләмәй. Бөйөк Октябрҙең 60 йыллығына арналған “Дуҫлыҡтың юҡ сиктәре” исемле тәүге программаның премьераһы 1975 й. Химиктар мәҙәниәт һарайының сәхнәһендә үтә; “Һығылмалы этюд”, “Бамбуктағы гимнастар”, “Моноциклдағы жонглёр”, “Антипод”, “Көс жонглёрҙары”, “Сымдағы жонглёр”, “Ҡулса эсендәге гимнаст”, “Терәүһеҙ баҫҡыстағы жонглёр” һ.б. номерҙар күрһәтелә, ш. уҡ клоундар А.П.Евдокимов һәм А.Н.Валиков сығыш яһай. 1972—2003 йй. “Ю.” репертуарына 30‑ҙан ашыу программа инә. Рәсәй, Венгрия, Германия, Әзербайжан буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады фестивале (Ҡазан, 1989), Респ. хеҙмәтсәндәрҙең үҙешмәкәр сәнғәт ижады (1976), Респ. үҙешмәкәр сәнғәт ижады (1979) фестивалдәре, Тармаҡ‑ара хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ сәнғәт ижады фестивале (1997; бөтәһе лә — Өфө) лауреаты; “Ут‑ҡош” (“Жар‑птица”) Рәсәй балалар сәнғәт ижады конкурс‑фестивале (Иваново ҡ., 1999) һ.б. дипломанты. Номерҙарҙы ҡуйыусылар — БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Ф.Ғ. һәм Й.А. Сәфәровтар (ойошто­роусылар һәм тәүге художество етәкселәре). Художество етәкселәре: А.Ү.Биктаһиров, Г.И.Сергиенко.

И.Ә.Миңлеәхмәтов

Тәрж.­ Р.Р.Абдрахманов