ШАПКИНА Людмила Васильевна (4.3.1952, Хабаровск ҡ.), балет артисы, педагог. БР‑ҙың халыҡ артисы (1994), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1985). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). Пермь хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1970; педагогы Л.П.Сахарова) БДОБТ солисы, 1998 й. алып педагог‑репетиторы, бер үк ваҡытта 1987 й. башлап Р.Ну­риев ис. Башҡорт хореография колледжында уҡыта. Ш. сәнғәтенә экспрессия, музыкаллек һәм классик бейеүҙәрҙе саф башҡарыу оҫталығы хас. Юғары һикерештәре, хәрәкәттәр киңлеге, динамик әйләнештәре м‑н тамашасыларҙы әсир итә. Төп партиялары: Мари (“Щелкунчик”; дебют, 1971), Одетта—Одиллия (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”; икеһе лә — П.И.Чайковский), Зәйтүнгөл (“Сыңрау торна”), Жизель һәм Мирта (“Жизель”, А.Адан), Лиза (“Файҙаһыҙ һаҡлыҡ” — “Тщетная предосторожность”, П.Гертель) һ.б. Шәфәҡ партияһын (“Ай тотолған төндә”) тәүге башҡарыусы. Ш. ижадында иң яҡшы эштәрҙең береһе — Китри (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус). СССР‑ҙың Ҙур театры сәхнәһендә бейей. СССР‑ҙың халыҡ арти­стары В.М.Гордеев, Е.С. Максимова, Н.В.Павлова, РСФСР‑ҙың атҡ. артисы В.М.Панов һ.б. м‑н сығыш яһай. Рәсәй, АҠШ, Голландия, ГФР, Ҡытай, Таиланд буйлап гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында Г.Н.Сөләймәнова бар.

Әҙәб.: Жиленко Н. Антре Людмилы Шапкиной //Гран‑па башкирского балета. Уфа, 2007.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова